Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Район хакимиәте башлығы алмашынды

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районы Советы ултырышында ҡатнашты. Депутаттар, контаркт ваҡыты бөтөүе сәбәпле, муниципалитеттың ғәмәлдәге хакимиәт башлығы Әнүәр Абдрафиҡовтың вәкәләттәрен туҡтатыу өсөн тауыш бирҙе. Был вазифаны ваҡытлыса башҡарыу бурысы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Лилиә Шәйхетдинова иңенә һалынды.

Район хакимиәте башлығы алмашынды
Район хакимиәте башлығы алмашынды

Радий Хәбиров Әнүәр Абдрафиҡовҡа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһында һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт әйтте һәм “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалын тапшырҙы.

– Бик һөҙөмтәле, тыныс эшләнегеҙ. Һеҙ әҙ һөйләп, күп эшләгән етәкселәрҙең береһе, – тине Радий Хәбиров. – Тәжрибәгеҙ, белемегеҙ ҙур: беҙҙең командала ҡалаһығыҙ, республика мәнфәғәтендә артабан да эшләйәсәкһегеҙ.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Стәрлетамаҡ районы әүҙем үҫешә, юғары иҡтисади күрһәткестәре менән ҡыуандыра. Ә республика артабан да муниципалитеттың инфраструктураһын үҫтереүҙе, халыҡтың йәшәү сифатын арттырыуҙы дауам итәсәк.

– Стәрлетамаҡ районы – агросәнәғәт етештереүе күрһәткестәре буйынса лидерҙарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа һеҙҙә башҡа мөмкинлектәр ҙә булдырылды, сөнки райондың бер өлөшө “Алға” махсус иҡтисади зонаһына инде. Был һеҙҙең өсөн индустриаль үҫеш нөктәһе булыр тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. – Район биләмәһендә тормошҡа ашырырға ниәтләнгән инвестиция проекттарына ҡараһаң, һүҙ унар миллиард һумдар тураһында бара. Халыҡ һанының артыуы ла – мөһим индикатор. Беҙ был йәһәттән бик яҡшы динамика күрәбеҙ. Кешеләр ҡайҙа яҡшы, шунда килә.

Әнүәр Абдрафиҡов үҙ сиратында Совет депутаттарына һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә - емешле уртаҡ эшмәкәрлек, ә республика етәкселегенә ярҙамы һәм иғтибар өсөн рәхмәт әйтте.

– Минеңсә, Башҡортостандың һәр районы һеҙҙең ярҙам һәм хәстәрҙе тоялыр, Радий Фәрит улы. Мәктәптәр, дауаханалар, юлдар төҙөлгәнен, ауыл хужалығы нисек үҫешкәнен күрәбеҙ. Һәр ваҡыт янда булғанығыҙ өсөн рәхмәт, – тине ул.

https://bashgazet.ru/articles

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас: