Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Быйыл ниндәй күперҙәр төҙөкләндереләсәк?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күперҙәрҙе төҙөкләндереү тураһында яҙып сыҡты. Быйыл ошондай объекттар — 13.

Быйыл ниндәй  күперҙәр төҙөкләндереләсәк?
Быйыл ниндәй күперҙәр төҙөкләндереләсәк?

«Улар араһында — Зинин ауылында юл айырсаһы йәки Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша аркалы иҫке күперҙе капиталь ремонтлау кеүек ҙур инфраструктура проекттары. Халыҡ өсөн әһәмиәтле бәләкәй күперҙәр ҙә бар.

2022 йылға пландар менән уртаҡлашам. Баймаҡ районында — Һаҡмар, Бәләбәйҙә — Өсән, Белоретта — Инйәр һәм Йөйәк, Благоварҙа — Бедринка, Ҡариҙелдә — Байҡы, Шишмәлә — Болошло, Шаранда — Таш-шишмә, Саҡмағошта Ҡалмаш йылғалары аша күперҙәрҙе йүнәтәбеҙ. Бөтәһе лә авария хәлендә йәки емерелергә тора, халыҡ уларҙы ныҡ көтә.

Шулай уҡ быйыл Талбазы – Красноусол юлында – Ағиҙел йылғаһы һәм М5 «Урал» юлының Оло Тәләк участкаһында Эҫем аша күпер кеүек ҙур объекттарға тотондоҡ. Уларҙы 2023-2024 йылдарҙа уҡ сафҡа индерәбеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: