Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды

Республика етәксеһе унда Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙанын ҡараны, уны төҙөкләндереү йәһәтенән кәңәштәрен еткерҙе. Шулай уҡ көрәш буйынса асыҡ турнирҙы ҡараны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды

Майҙанды ҡарау барышында Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 96 йәшлек Ғәйзулла Әблүзин менән әңгәмәләште. Баҡтиһәң, хөрмәтле ветеран көн дә ошо паркка һауа һуларға сыға икән.

Радий Хәбиров “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яҙыуынса, элек Баймаҡтың үҙәгендәге был майҙанда туҡталҡа ине, ә хәҙер амфитетар, сәхнә, ҡоро фонтан, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ, эскәмйәләр буласаҡ. Был – һәр кемдең иң яратҡан урынына әйләнәсәк.

https://bashgazet.ru

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды
Автор:
Читайте нас: