Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә В2 етештерелә башлай

«Биорон» компанияһы Башҡортостанда В2 витаминын етештерә башларға ниәтләй, ул «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденты булды.

«Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә В2 етештерелә башлай
«Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә В2 етештерелә башлай

Компания ошо биләмәлә йылына дөйөм ҡеүәте 900 тонна рибофлавин (В2 витамины) етештереү буйынса заманса производство асырға йыйына. Проектҡа 1,53 миллиард һум һалыу һәм 27 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Быйыл тормошҡа ашырыла башланған проекттың маҡсаты — Көнбайыш Европанан һәм Ҡытайҙан килтерелгән продукцияны алмаштырыу.

«Биорон» йәмғиәте 2021 йылдың июлендә Стәрлетамаҡ районында теркәлгән, бөгөнгә был «Алға» махсус иҡтисади зонаһы  «Алға» махсус иҡтисади зонаһының ун беренсе резиденты.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: