Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Легендар музыкант, баянсы Ридик Фәсхетдинов арабыҙҙан китте

Бөгөн 83-сө йәшендә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар музыкант, баянсы-виртуоз Ридик Фәсхетдинов арабыҙҙан китте

Легендар музыкант, баянсы  Ридик Фәсхетдинов арабыҙҙан китте
Легендар музыкант, баянсы Ридик Фәсхетдинов арабыҙҙан китте

Ридик Әхмәт улы Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. 1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ уйын ҡоралдары бүлеген («Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы») тамамлаған.

Хеҙмәт юлын шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә концертмейстер булып башлай. 1975-2004 йылдарҙа — филармонияның баянсы-солисы.

2004-2010 йылдарҙа йәш коллективтың — Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солисы, йәштәрҙең остазы һәм профессиональ оҫталыҡтың сағыу өлгөһө була.

Ридик Фәсхетдинов халыҡ-ара музыкаль сәхнәлә Башҡортостандың милли сәнғәтен әүҙем пропагандаланы, республиканың билдәле солистары менән бергә Европа, Азия, Африка һәм Көньяҡ Американың 60-тан ашыу илендә булып ҡайтты.

Музыка сәнғәте өлкәһендәге ижади һәм һөнәри ҡаҙаныштары өсөн бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән, шулай уҡ «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», «БАССР-ҙың халыҡ артисы», «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән исемдәргә лайыҡ булған.

Ридик Әхмәт улының ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

«Башинформ»

Автор:
Читайте нас: