Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәренең эшлекле өлөшө башлана

Бөгөн Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәренең эшлекле өлөшө башлана. Делегацияны республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкләй.

Бөгөн Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәренең эшлекле өлөшө башлана
Бөгөн Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәренең эшлекле өлөшө башлана

Мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортостандың һәм Үзбәкстандың милли китапханалары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Үзбәкстандың дәүләт филармонияһы, Башҡортостандың Милли музейы һәм Үзбәкстандың Дәүләт тарих музейы, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Үзбәкфильм» киноконцерны араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Кисә Ташкенттың «Туркистон» сәнғәт һарайының концерт залында ике республиканың сәнғәт оҫталары һәм ижади коллективтарының «Башҡортостан-Үзбәкстан. Йөрәктән-йөрәккә» тигән берлектәге концерты булды.

«2021 йылдан президентыбыҙ башланғысы менән 30 июлдә беҙҙең илдә Халыҡтар дуҫлығы көнө билдәләнә. Үзбәкстан Республикаһында был байрам киң ҡолас йәйеп үткәрелә, унда Башҡорт мәҙәни үҙәге әүҙем ҡатнаша. Бөгөн беҙ Башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторолоуға 30 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Башҡорт халҡының күп кенә вәкилдәре Үзбәкстандың хөкүмәт наградаларына лайыҡ булды. Уларҙың күбеһе республикабыҙ тарихында лайыҡлы урын тапты», — тине Үзбәкстандың Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр менән дуҫтарса бәйләнеш буйынса комитет рәйесе Рөстәмбәк Ҡорбанов.

«95 йыл элек Үзбәк дәүләт милли музыка труппаһы артистары Өфөгә килгән һәм башҡорт коллективы менән сығыш яһаған, бөгөн ошондай матур көндә Үзбәкстандың күркәм сәхнәһендә ике республика коллективтарының берлектәге концертын ҡарайбыҙ. Былтыр Башҡортостан ерендә алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһы уҙҙы, беҙ 37 илдән 1000-дән ашыу артисты ҡабул иттек. Фольклориадала ҡатнашҡан һәм Өфө, Башҡортостан халҡына үҙенең ижадын бүләк иткән Үзбәкстан коллективына рәхмәт белдерәм», — тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Сәнғәт оҫталарының концерты Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары башҡарыуында вокаль-хореография композицияһы менән асылды. Концертта Үзбәкстандың мәҙәни үҙәге ҡарамағындағы үҙешмәкәр коллективтарҙың артистары ла ҡатнашты, улар араһында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фирүзә Халдарова бар ине.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: