Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда һабантуйҙар уҙғарыу графигы раҫланды

Башҡортостан Башлығы 2022 йылда «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. 

Башҡортостанда һабантуйҙар уҙғарыу графигы раҫланды
Башҡортостанда һабантуйҙар уҙғарыу графигы раҫланды

Документҡа ярашлы, республика хөкүмәтенә муниципаль райондар һәм ҡала округтары менән берлектә Башҡортостан Башлығының «Яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-2019) таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында» указы менән билдәләнгән үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәп, халыҡ байрамын ойошторорға кәрәк.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам үткәрелгән урынларҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойоштороу бурысы йөкмәтелде.

Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы байрам сараларында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын бойомға ашырыуҙы тәьмин итергә тейеш.

Радий Хәбиров үҙенең указында һабантуйҙар уҙғарыу графигын да раҫланы.

Тәүге һабантуй 27 майҙа — Йылайыр районында, ә һуңғылары 18 июндә Бәләбәй, Бүздәк, Борай, Ҡариҙел, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Шаран райондарында һәм Межгорьела ойошторола.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: