Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республиканың йәйге лагерҙарында 400-гә яҡын баланы ял иттереү күҙаллана

Балаларҙың йәйге ялына арналған брифинг барышында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һандар менән таныштырҙы.

Республиканың йәйге лагерҙарында 400-гә яҡын баланы ял иттереү күҙаллана
Республиканың йәйге лагерҙарында 400-гә яҡын баланы ял иттереү күҙаллана

Министр әйтеүенсә, әгәр былтыр 1400-ҙән ашыуыраҡ лагерь балаларҙы ҡабул итһә, быйыл уларҙың һаны 1600-гә еткән. Ҡала ситендәге, хеҙмәт һәм ял, мәктәп яны лагерҙарынан тыш, палатка ла лагерҙары ла ойошторола. Йәйге осорҙа мәктәп йәшендәге 400-гә яҡын баланы ял иттереү күҙаллана.

«Сағыштырыу өсөн: уҙған йылда республикала йәйге һауыҡтырыу кампанияһының бюджеты 1,5 миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл иһә 1,784 миллиард һум, — тине министр. — Быйыл лагерҙар балалар менән йөҙ процентҡаса тулыландырыла».

Балалар лагерҙарында эшләү өсөн 25 мең хеҙмәткәр әҙерләнгән.

Трансляцияны Республикаға идара итеү үҙәгенең һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.

Башинформ.

Фото яндекс.

Республиканың йәйге лагерҙарында 400-гә яҡын баланы ял иттереү күҙаллана
Республиканың йәйге лагерҙарында 400-гә яҡын баланы ял иттереү күҙаллана
Автор:
Читайте нас: