Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло

Башҡортостан Башлығы Көрәш һарайы төҙөлөшө барышы менән танышты

Башҡортостан Башлығы бөгөн хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Көрәш һарайы төҙөлөшөнөң эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү менән алып барылырға тейешлеген билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Көрәш һарайы төҙөлөшө барышы менән таныштыБашҡортостан Башлығы Көрәш һарайы төҙөлөшө барышы менән танышты
Башҡортостан Башлығы Көрәш һарайы төҙөлөшө барышы менән танышты

«Унда яҡшы йәлеп итеү урыны барлыҡҡа килә. Мәктәп һалырға, поликлиниканы тәртипкә килтерергә, юлдарҙы ремонтларға кәрәк. Эш күләме бик ҙур. Балалар күп йәшәгән ҙур биләмә тәртипкә килтерелер. Көрәш һарайы өсөн һәйбәт урын һайлағанбыҙ тип иҫәпләйем», — тине республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шәмбе Башҡортостан Башлығы Көрәш һарайы төҙөлөшө барышы менән танышты.

Радий Хәбиров шулай уҡ республика спорт көрәше федерацияһының ветерандар советы рәйесе Нурулла Хисмәтуллинға һәм Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһының вице-президенты Радмир Хәйруллинға Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас