Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

Башҡортостан Башлығы Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарыуҙы тыйҙы

Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарыуҙы тыйҙы. Кисә урындағы халыҡ һәм ғалимдар менән аралаштым, тине Башҡортостан Башлығы.

Башҡортостан Башлығы Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарыуҙы тыйҙыБашҡортостан Башлығы Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарыуҙы тыйҙы
Башҡортостан Башлығы Торатауҙа һабантуйҙар уҙғарыуҙы тыйҙы

«Беҙ башҡаса Торатау биләмәһендә һабантуй үткәрмәйбеҙ. 60 мең кеше килә, бөтә нәмәне тапап бөтәләр. Ысынында иһә был — беҙҙең хазина.Был тағы сапсандарҙың оя ҡора торған урыны, улар ҙур  стресс кисерә. Торатауҙы саралар үткәреү урыны булараҡ һыҙып ташлайбыҙ», — тине республика етәксеһе һәм туристар өсөн бөтә шарттар булдырырға ҡушты.

Радий Хәбиров мәҙәниәт министрына Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте менән берлектә күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар ойоштороу өсөн яңы урын табыу бурысын йөкмәтте.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас