

«Үҙемдең мәктәп йылдарын, беренсе уҡытыусымды иҫкә төшөрҙөм, бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары кеүек, өлкәндәрҙең өгөт-нәсихәттәрен тыңлап, һуңғы тантаналы линейкала торҙом. Сағыу, ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ мәл булды ул», — тип һөйләне республика премьер-министры.
Быйыл Башҡортостандың 17 мең самаһы сығарылыш класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау шылтыраны, тип билдәләне ул.
«Һәр кемдең ҡыйыу булыуын, хыялдарына ирешеүен һәм оло тормошта һәләттәрен әүҙем күрһәтеүен теләйем. Бәхетле булығыҙ, балалар, — тип мөрәжәғәт итте ул сығарылыш уҡыусыларына. — Ә беҙ хөкүмәт яғынан һәр саҡ һеҙгә ярҙам итербеҙ! Конкурентлы белем биреүҙе тәьмин итеү өсөн хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университетын булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Шулай уҡ Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә вуз-ара студенттар кампусын төҙөү проекты эшләй башланы. Былар барыһы ла тыуған республикабыҙҙа сифатлы белем алырға мөмкинлек бирер».
Башинформ.