Бөтә яңылыҡтар

Шүлгәнташ мәмерйәһе янында ҙур байрам буласаҡ

 9 июлдә Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы асыла. Шул айҡанлы Рәсәйҙең билдәле ғалимдары ҡатнашлығында ҙур сара планлаштырылған.

Шүлгәнташ мәмерйәһе янында ҙур байрам буласаҡ
Шүлгәнташ мәмерйәһе янында ҙур байрам буласаҡ

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында музейҙы асыу тантанаһына республикаға мотлаҡ киләсәген хәбәр итте. Музейҙа боронғо ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең репродукциялары ҡуйыласаҡ. Ул туристарҙы йәлеп итеү урыны буласаҡ. Александр Сергеев, сарматтар алтыны ла күргәҙмәгә ҡуйылыр, тигән ышанысын белдерҙе. Шулай уҡ ул музейға инеүҙе «Пушкин картаһы» сиктәрендә лә ойошторорға тәҡдим итте.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александр Сергеев менән 9 июлгә саралар планын тикшерҙе. Фәнни конференция үткәреү, алдынғы ғалимдарҙың сығышы, шулай уҡ асыҡ һауала концерт планлаштырылған.

Фото: bv02.info

bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас в