Бөтә яңылыҡтар

Тиҙ, еңел һәм бер ниндәй комиссияһыҙ

Ауыл халҡы кэшаут хеҙмәте менән киң файҙалана башланы. Магазиндар күрһәткән сервис ярҙамында банк картаһынан ҡулаҡса алырға, йә коммуналь түләүҙәрҙе башҡарырға мөмкин.

Тиҙ, еңел һәм бер ниндәй комиссияһыҙ
Тиҙ, еңел һәм бер ниндәй комиссияһыҙ

 Өфө районында ла банк түләүҙәре агенты функцияһын алған сауҙа нөктәләре бар. Октябрьский ауылындағы магазин эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Республика сауҙа нөктәләрендә Кэшаут хеҙмәте 2019 йылдан алып индерелә башланы. Халыҡ араһында был сервис ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Былтыр ғына магазин кассалары аша 39 мең тапҡыр ҡулаҡса алынған. Дөйөм сумма 60 миллион һумға еткән.

Ауыл ерендә был ысул буйынса банк картаһынан ҡулаҡса алырға теләүселәр тик бер шартты ғына үтәргә тейеш: сауҙа нөктәһенән продукция һатып алырға. Шулай ҙа мәрхәмәтле, киң күңелле эшҡыуарҙар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Өфө районы Октябрьский ауылындағы магазинға килеүселәр был хеҙмәт менән файҙаланғанда, өҫтәмә тауар һатып алмаһа ла була. Әммә банкҡа бармай, еңел генә ҡулаҡсалы булғандар кибеттән буш ҡул менән китергә ашыҡмай.

Банк түләүҙәре агенты функцияһын алған магазиндарҙа карта ярҙамында, хатта, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр, интернет, мәктәп туҡланыуы өсөн дә иҫәпләшергә мөмкин. Бының өсөн һатыусыға махсус штрих-коды булған квитанцияны ғына күрһәтергә кәрәк.

Кэшаут хеҙмәте менән ҡулланыусыларға бер ниндәй комиссия ла һалынмай. Шул уҡ ваҡытта магазиндар өсөн дә был сервистың булыуы отошло. Сауҙа эквайрингы, йәғни пластик карта ярҙамында түләүҙәр ҡабул иткән өсөн льготалы ставка ҡуйылған. Уның күләме ни бары бер процент тәшкил итә. Ғәҙәти тариф – ике процент. Өҫтәүенә, башҡарылған һәр операция өсөн дәртләндереү сараһы ҡаралған.

Сауҙа нөктәһендә кэшаут сервисын индергән эшҡыуарҙар билдәләүенсә, күп яҡлы хеҙмәтләндереү – клиенттар ағымы, килемдең артыуына ла булышлыҡ иткән. Банк системаһы ауыл еренә күпкә яҡынайҙы.

Автор:
Читайте нас в