Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанға ике ҡаланы яңыртыуға 4,8 миллиард һум бүленә

Рәсәй Хөкүмәте Өфө һәм Нефтекама инфраструктураһы өсөн Башҡортостанға 4,8 миллиард һум бүлә. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы төбәк үҫеше буйынса комиссия президиумы ултырышында билдәле булды.

Башҡортостанға ике ҡаланы яңыртыуға 4,8 миллиард һум бүленә
Башҡортостанға ике ҡаланы яңыртыуға 4,8 миллиард һум бүленә

Видеоконференцбәйләнештә ул Нефтекаманы һәм баш ҡалала «Көньяҡ ҡапҡа»ны комплекслы үҫтереү проекттарын тәҡдим итте. Транспорт, коммуналь һәм социаль объекттарҙы яңыртыуға һәм төҙөүгә ғаризаларҙың бюджет кредиты — 19,6 миллиард һум, уны тормошҡа ашырыу ваҡыты —2025 йылға тиклем.

«Былтыр ошо аҡсаның бер өлөшөн 14,8 миллиард һум бүлеүҙе хупланылар. Шуның өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ эшкә тотондоҡ та инде. Өҫтәмә объекттарға йәнә 4,8 миллиард һум кәрәк. Әйтәйек, «Көньяҡ ҡапҡа» проектына ингән Ағиҙел йылғаһы күперен капиталь ремонтлау. Бынан тыш, Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендә мәктәп һалыу, Нефтекамала биологик таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау хаҡына төҙәтмә индерҙек. Әлеге пландарҙы ваҡытында тормошҡа ашыра алырбыҙ тип ышанам», — тине Радий Хәбиров.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселегендәге комиссия Башҡортостандың төҙөлөш тармағын үҫешенең яҡшы темптарын билдәләп, өҫтәмә финанслауҙы хупланы.

Башинформ.

Фото shnyagi.net

Башҡортостанға ике ҡаланы яңыртыуға 4,8 миллиард һум бүленә
Башҡортостанға ике ҡаланы яңыртыуға 4,8 миллиард һум бүленә
Автор:
Читайте нас в