

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы итеп йәнә Илона Макаренко раҫланды, рәйес урынбаҫары Марат Ғәҙелов һәм комиссия секретары Марина Долматова ла үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалды.
Республика Дәүләт Йыйылышынан үҙәк һайлау комиссияһының яңы составына Рөстәм Бикмәтов, Елена Ғәлиәкбәрова, Игорь Ермолаев, Таһир Закиров һәм Вадим Садиҡов инде.
Башҡортостан Башлығы Указы менән Ләйсән Ғарипова, Иван Мосунов, Руслан Ямалетдинов һәм Александр Яшинов Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары итеп тәғәйенләнде.
Яңы составта алты сәйәси партия, шул иҫәптән «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй» һәм «Яңы кешеләр», шулай уҡ «Йәшелдәр» партияһы бар.
Комиссия вәкәләттәренең срогы 5 йыл тәшкил итә.
Башинформ.