

«Өфө — Хургада — Өфө маршруты буйынса чартер рейстары ун көнгә бер тапҡыр, кесаҙна һәм йәкшәмбе көндәрендә башҡарыла. Турҙар һатыла башланы. Әлегә программа октябргә тиклем билдәләнгән», — тип хәбәр итте компания вәкиле.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге көндә Мысырҙа ял итеү Төркиәгә ҡарағанда арзаныраҡ. Мәҫәлән, бер өлкән кешегә һәм балаға Хургада үҙәгендәге дүрт йондоҙло отелдә ял итеү уртаса 120 мең һумға төшә.
Башинформ.