Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
29 Июнь 2022, 10:10

Урманда нисек бәләгә тарымаҫҡа

Быйылғы йылдың һалҡын йәйе әлегә һыу инеү мөмкинлеге бирмәй, ямғырлы һәм йонсоу көндәр оҙаҡҡа һуҙылды. Әммә башҡа төрлө ҡыҙыҡлы шөғөлдәр ҙә табырға була. Мәҫәлән, урманда йөрөп ҡайтырға мөмкин. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре менән берлектә йәйҙе файҙалы һәм хәүефһеҙ үткәреү тураһында һөйләйбеҙ.

Урманда нисек бәләгә тарымаҫҡаУрманда нисек бәләгә тарымаҫҡа
Урманда нисек бәләгә тарымаҫҡа

1. Бәшмәк менән һаҡ булығыҙ!
Тыныс һунар яратыусылар социаль селтәрҙәрҙә яҡшы яңылыҡ менән бүлеште: бәшмәк етерлек! Ҡайын, уҫаҡ, майлы бәшмәктәр, ялан көләпәһе сыҡҡан. Әлегә күп булмаһа ла, баҙарҙа ла бәшмәкле кәрзиндәр күренә башланы.
Әммә тәбиғәттә ағыулы бәшмәктәр ҙә булыуын оноторға ярамай. Йыл һайын был ризыҡтан ағыуланып, тиҫтәләрсә кеше, шул иҫәптән балалар ҙа үлә. Улар, әлбиттә, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белгәндер, әммә минең менән бер ни ҙә булмаясаҡ, тип уйлағандыр. Ә ҡағиҙәләр түбәндәгесә.
Әгәр үҙ белдегегеҙ менән бәшмәк йыйһағыҙ һәм уның ағыулымы-түгелме икәнендә шикләнһәгеҙ – ташлағыҙ. Шулай уҡ ҡортло, оҙаҡ ултырған, пластиналы, бер өлөшө емерелгән бәшмәктәрҙе лә алмағыҙ. Был шөғөл өсөн үрелгән кәрзин тотоу ҡулай – ул саҡта табышығыҙ яҡшы торошта оҙағыраҡ һаҡланасаҡ, ә бына полиэтилен ҡапсыҡҡа йыйыу бөтөнләй хупланмай. Йыйған бәшмәкте көнөндә үк эшкәртергә кәрәк.
Урамда һатылған, эшкәртелеп банкаларҙа тәҡдим ителгән бәшмәкте лә һатып алыу ике осло. Уларҙың ҡайҙа, ҡасан йыйылыуын бер кем дә аныҡ әйтмәйәсәк. Бәлки, ысынлап та, төпкөл Урал урманында, ә бәлки, завод янындағы зыярат буйындалыр. Бәшмәктәр барлыҡ ауыр металдарҙы һәм ағыулы матдәләрҙе һеңдерә, әммә уларҙы тыштан ҡарап белеп булмай.


2. Уңайлы кейем һәм кәрәкле әйберҙәр
Хатта бер-ике сәғәткә тип урманға юлланһағыҙ ҙа, үҙегеҙ менән биштәр һәм иң кәрәкле әйберҙәр алығыҙ. Хәл-тороштоң нисек үҙгәререн белеп булмай.
Телефонығыҙға бушлай «Яндекс.Навигатор» программаһын күсереп алығыҙ, «Урын-ер» («Месторасположение») функцияһын тоҡандырығыҙ. Телефон һеҙҙең ҡайһы ерҙә булыуығыҙҙы һәм эргә-тирәләге ауыл-ҡасабаны асыҡ күрһәтәсәк.
Кейемегеҙ уңайлы, йылы, ябыҡ һәм һыу үтмәҫлек булһын. Баш кейеме – мотлаҡ! Ул себен-серәкәйҙән һәм ботаҡтарҙан һаҡлай. Аяҡ кейеменең дә уңайлы һәм ябыҡ булыуы шарт. Иң ҡулай вариант – тубыҡтан түбән резина итек, ул дымдан, һыуҙан ғына түгел, йылан сағыуҙан да яҡшы һаҡлай. Ҡоро көндә кроссовки һәм спорт ботинкаһы кейергә мөмкин.
Камуфляж кеймәгеҙ, ул хәрбиҙәр тарафынан йәшеренеү өсөн уйлап сығарылған. Берәй хәл булһа, һеҙҙе өс метр арауыҡта ла абайламай үтеп китеүҙәре ихтимал. Ҡыҙыл, һары йәки аҡ төҫтәге сағыу куртка әллә ҡайҙан күренәсәк.
Әгәр аҙашһағыҙ, үҙегеҙ танымаған, белмәгән емеш йәки үләнде ашамағыҙ. Был осраҡта ағыуланыуға ҡарағанда, ас булыу һәйбәтерәк.


3. Урман янғындары
Барыбыҙға ла билдәле: урман үҙенән-үҙе янмай. Йыш ҡына йәшен уты арҡаһында янғын сыға. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең яртыһы тиерлек ял урындарында ташлап кителгән һүндерелмәгән тәмәке, шырпы, эсендә шыйыҡсаһы булған быяла шешә (ҡояш нурында лупа кеүек тәьҫир итә), төҙөк булмаған машина осҡоно, үлән яндырыу сәбәпле сыға.
Әгәр ут ҙур булмаһа, мәҫәлән, бер ҡыуаҡ янып китһә, үҙаллы һүндереп ҡарарға кәрәк. Утҡа ҡаршы тора алмауығыҙҙы аңлаһағыҙ, тиҙерәк был урындан китеү хәйерле. Ут сыҡҡан биләмәнән тура түгел, ә перпендикуляр йүнәлештә хәрәкәт итергә кәңәш ителә. Янғын ялмаған урындан сығыу мөмкин булмаһа, берәй һыу ятҡылығына төшөп ятығыҙ йәки еүеш кейем менән ҡапланығыҙ.
Әйткәндәй, быйыл янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн штраф күләме арттырылды. Хәҙер урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған граждандар – 15-30 мең һум (элек 1,5-3 мең ине), ҡоро үлән йәки ағас яндырған өсөн – 30-40 мең һум (3-4 мең урынына), ә урманда янғын сәбәпсеһе булғандар 50 мең һум штраф түләйәсәк. Вазифа биләгән кешеләр өсөн штрафтар тағы ла ҙурыраҡ: 300 меңдән 2 миллион һумға тиклем.


4. Ҡыр хайуандары
Ҡыр хайуандарын ҡаланан алыҫ булмаған урындарҙа ла осратырға мөмкин. Иң мөһиме, шуны иҫтә тотоғоҙ: кейектәр кешенән ҡурҡа һәм ғәҙәттә тауыш ишетеү менән ҡасыу яғын ҡарай. Шуға күрә урманда тауышланып атлағыҙ, пластик шешә менән ағастарға һуғығыҙ йәки йыр йырлағыҙ. Шым ғына барып, һиҙҙермәҫтән ҡыр хайуаны эргәһенә килеп сыҡһағыҙ, ул ҡурҡышынан, йәғни һаҡланыу өсөн ташланыуы ихтимал.
Әгәр көтмәгәндә берәй кейеккә юлыҡһағыҙ, уға үтеп китеү мөмкинлеге бирегеҙ. Ҡасмағыҙ, арҡағыҙ менән әйләнмәгеҙ. Йыртҡыстың күҙенә ҡарамағыҙ, башынан өҫкәрәк йәки күкрәк тәңгәленә ҡарау хәйерле. Ҡәтғи хәрәкәт яһамағыҙ. Ҡысҡырып, ҡыуырға, ҡурҡытырға маташмағыҙ, аяҡ-ҡулығыҙҙы һелтәнмәгеҙ, әйбер ташламағыҙ, йәнлекте ҡуҙғытмағыҙ! Ипләп кенә артҡа табан шылығыҙ.
Кейектең балаларына яҡын бармағыҙ. Йәнлектәр үҙ балаһын ныҡ ҡыҙғана, шуға күрә ташланыуы бик ихтимал.

Бына нимәләр алыу мотлаҡ:
бысаҡ;
бер-ике тапҡыр ашарлыҡ ризыҡ;
шешә менән һыу;
даими ҡабул иткән дарыуҙар;
ҡоро шырпы;
һыҙғыртҡыс (бәләгә тарыған осраҡта сигнал биреү өсөн);
тулы зарядкалы телефон һәм портатив зарядка ҡорамалы (электроника магазинында мең һум тирәһе тора).

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас