Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
30 Июнь 2022, 17:30

Башҡортостан менән Татарстан араһында сикте раҫлаған закон проекты ҡабул ителде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Башҡортостан менән Татарстан араһында сикте раҫлаған закон проекты ҡабул ителде. Документты республика хөкүмәте ҡарауға индергәйне.

Башҡортостан менән Татарстан араһында сикте раҫлаған закон проекты ҡабул ителде
Башҡортостан менән Татарстан араһында сикте раҫлаған закон проекты ҡабул ителде

Башҡортостан Республикаһының ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һүҙҙәренсә, сикте билдәләгәндә Башҡортостан биләмәһе 5 саҡрымға киңәйгән. Закон ҡабул ителгәндән һуң тейешле мәғлүмәттәр берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелә.

Башҡортостан күрше төбәктәр: Пермь крайы, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Татарстан Республикаһы һәм Удмурт Республикаһы менән сиктәрҙе раҫлаған. Әлеге ваҡытта Росреестр Ырымбур өлкәһе менән тейешле килешеүҙе ҡарай.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: