Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
30 Июнь 2022, 16:55

Радий Хәбиров Башҡортостандың профсоюз хәрәкәтенә 100 йыл тулыуға арналған тантаналарҙа ҡатнашты

Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика профсоюз хәрәкәтенең 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо сараның абруйлы ҡунағы булды.

Радий Хәбиров Башҡортостандың профсоюз хәрәкәтенә 100 йыл тулыуға арналған тантаналарҙа ҡатнашты
Радий Хәбиров Башҡортостандың профсоюз хәрәкәтенә 100 йыл тулыуға арналған тантаналарҙа ҡатнашты

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, профсоюздар һәр ваҡыт хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтары өсөн иңгә-иң терәп көрәште, һәр хеҙмәткәргә эшләү һәм ял итеү өсөн лайыҡлы шарттар, һәр хеҙмәт кешеһенең иртәгәһе көнгә ышанысы булһын өсөн көрәште.

«Профсоюз ойошмалары үҙҙәренең сағыу биттәрен – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби һәм хеҙмәт батырлығын, һуғыштан һуңғы иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыуҙы, сәнәғәтте һәм социаль өлкәне үҫтереүҙе республика һәм ил тарихына яҙҙы. Аршат Сабит улы Ихсанов, Әмирхан Мирҡәҙәм улы Сәмерханов һәм башҡа етәкселәр республика Профсоюздар федерацияһы үҫешенә тос өлөш индерҙе. Күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙ, йәш коллегаларығыҙға йомарт өләшкән һоҡланғыс традициялар өсөн профсоюз хәрәкәте ветерандарына ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Бөгөн республиканың Профсоюздар федерацияһы ярты миллионға яҡын кешене берләштерә, хеҙмәт кешеләренең мәнфәғәттәрен яҡлаған ҡеүәтле ойошма булып тора, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Хөрмәтле профсоюз әүҙемселәре, һеҙ йәмғиәтебеҙҙе алға этәрәһегеҙ. Иҡтисад тармаҡтарын һәм социаль өлкәне үҫтереү өсөн мөһим стимул булдыраһығыҙ. Эш хаҡын күләгәнән сығарырға, уны арттырырға, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәһегеҙ. Быйыл республикала Һөнәри белем биреүҙе, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт династияларын яңыртыу йылы тип иғлан иттек. Шуның менән беҙ хеҙмәт кешеһе мәнфәғәттәренең республика өсөн айырыуса әһәмиәтле булыуын билдәләйбеҙ. Ошо йыл республиканың профсоюз хәрәкәте үҫешенә яңы этәргес бирер тип ышанам. Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы артабан да хеҙмәт кешеләренең мәнфәғәттәрен уңышлы яҡлар, иҡтисадты һәм йәмғиәттең тотороҡлоғон нығытыуға булышлыҡ итеренә ышаныс көслө. Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар», – тип мөрәжәғәт итте ул тантаналы йыйылышта ҡатнашыусыларға.
 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас: