Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
4 Июль 2022, 07:00

Оҙайлы ялдар көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Ҡорбан байрамы уңайынан оҙайлы ялдар һәм ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. 

Оҙайлы ялдар көтәОҙайлы ялдар көтә
Оҙайлы ялдар көтә

«Киләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Дүшәмбе, 11 июлдә, беҙҙе өҫтәмә ял көнө көтә», — тип иҫкә төшөрҙөләр республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

Быйыл Ҡорбан байрамы шәмбе, 9 июлгә, тура килә. Шуға бәйле ул дүшәмбе, 11 июлгә, күсерелә. Шулай итеп, республикала биш көнлөк эш аҙнаһында 9, 10 һәм 11 июль — ял көндәре. Йома, 8 июлдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас