

Һалым түләү номерын һәм һәр һалымдың күләмен күрһәтеп, бөтә һалым йөкләмәләрен берҙәм түләү менән үткәрергә мөмкин буласаҡ.
Берҙәм һалым иҫәбе менән физик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик берәмектәр файҙалана ала.
Закон проекты һалым түләүҙең берҙәм ваҡытын билдәләй - ул һәр айҙың 28-се көнө. Һалым түләүселәр календары шулай итеп ябайлаштырыла. Яңы ҡағиҙәләр 2023 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдә буласаҡ.
Ентеклерәк ошонда: http://duma.gov.ru/news/54759/
«Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының беренсе һәм икенсе өлөшөнә (һалым түләү тәртибен камиллаштырыу өлөшөндә) үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты: https://sozd.duma.gov.ru/bill/46702-8
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан