

«8 июлдә хәҙер инде Президент указы менән бөтә ил Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләй. Белеүегеҙсә, фестивалде уҙғарыу урыны итеп Бөрө ҡалаһын һайланыҡ. Унда мин дә ҡатнашам, эш сәфәре менән барам», — тине республика етәксеһе.
Ул хөкүмәт ағзаларына республика халҡын һәм туристарҙы күпләп йәлеп итеп, әлеге сараны яҡшы итеп ойоштороу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестивалдә ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын күңел асыу саралары, йәрминкә, аш-һыу байрамы, шулай уҡ эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт ойошторола.
Программала урындағы эстрада артистарының, шулай уҡ Рәсәй йондоҙҙары Наталья Сенчукова менән Виктор Рыбиндың сығыш яһауы көтөлә.
Башинформ.