

«30 июндән 1 июлгә тиклем Гродно ҡалаһында Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең IХ форумы уҙҙы. Мин унда ҡатнаштым һәм хөрмәтле коллегаларыбыҙҙы Башҡортостанға саҡырҙым. Х форум киләһе йылда беҙҙә, Өфөлә, ойошторола. Коллегаларым менән аралаштым, уларҙың килергә теләге ҙур», — тине ул Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко был ҡарарҙы хупланы, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Ул үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға һәм премьер-министр Андрей Назаровҡа әле үк форумға әҙерләнә башларға ҡушты.
«Бының өсөн һеҙ яуаплы. Хәҙерҙән үк әҙерлек эштәрен башлағыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Башинформ.