

Белешмә
Камалетдинов Алик Финзир улы 1975 йылдың 21 июнендә Благовар районы Языков ауылында тыуған.
Советтар Союзы маршалы К. Рокоссовский исемендәге Алыҫ Көнсығыш юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһын, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.
1996–2000 йылдарҙа – танкка ҡаршы взвод командиры, Төньяҡ Флоты диңгеҙ пехотаһының айырым бригадаһы айырым десант-штурм батальонының десант-штурм взводы командиры.
2000–2015 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Тиҙ яуап биреү махсус отряды оперуполномоченныйы, өлкән инспекторы, өлкән инженеры.
2017–2018 йылдарҙа – «Скалон» шәхси һаҡ ойошмаһы директоры.
2018–2021 йылдарҙа – Башҡортостандың Бүздәк һәм Благовар райондары хәрби комиссары.
I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа айырылып торғаны өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Башинформ.