

«Бөгөн күрше Удмурт Республикаһында, Ижевск ҡалаһында эшләйбеҙ. Ошо еңел булмаған осорҙа төбәк-ара кооперацияны тағы ла нығыраҡ үҫтереү мөһим. Ике төп мәсьәләне — Рәсәйгә ҡаршы санкциялар шарттарында иҡтисадҡа, халыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса көнүҙәк бурыстарҙы һәм сараларҙы, Волга буйы субъекттарында «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыуҙы тикшереү күҙаллана», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.
Видеоконференция режимында ултырышта Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова һәм иҡтисад министры Максим Решетников, Советта округ төбәктәре губернаторҙары ла ҡатнаша. Сараның программаһында — «Чайковскийҙың тыуған төйәгендә» 65-се сәнғәт фестиваленә барыу.
Башинформ.