Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
8 Июль 2022, 11:39

«Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа ҡарарға мөмкин

Башҡортостан юлдаш телеканалы «Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа күрһәтә.

«Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа ҡарарға мөмкин«Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа ҡарарға мөмкин
«Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа ҡарарға мөмкин

9 июлдә Бөрйән районында халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу сиктәрендә «Шүлгәнташ» музей комплексын рәсми асыу тантанаһы була.

Ул данлыҡлы мәмерйәнән бер саҡрым ярым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Музейҙы асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Бишенсе яртыла һәм етелә «Көнсығышҡа боролош» халыҡ-ара ғилми-технологик хеҙмәттәшлектең Евразия векторы» темаһына пленар ултырыш ойошторола, был көн төнгө 11-ҙә ҙур Симфония төнө менән тамамлана.

Эфир көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас