Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
15 Июль 2022, 09:30

Радий Хәбиров Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы алдында бурыстар билдәләне

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары менән осрашты. Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы алдағы биш йылға билдәләнде. Уға 12 кеше инде.

Радий Хәбиров Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы алдында бурыстар билдәләнеРадий Хәбиров Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы алдында бурыстар билдәләне
Радий Хәбиров Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы алдында бурыстар билдәләне

 2022 йылдың 28 июнендә Үҙәк һайлау комиссияһы тәүге ойоштороу ултырышын үткәрҙе, унда Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп Илон Макаренконы һайланылар. Комиссия рәйесе урынбаҫары һәм секретары вазифаһына Марат Ғәҙиловты һәм Марина Долматованы һайланылар.

Башҡортостан Башлығы менән осрашыу барышында Илона Макаренко Үҙәк һайлау комиссияһының үҙ эшен башлауын һәм яңыртылған составта өс ултырыш уҙғарыуын билдәләне.

- Комиссияның яңы составын ойоштороу процедураһы, ҡануниәткә ярашлы, халҡыбыҙҙың һәм сәйәси көстәрҙең фекерен иҫәпкә алып, ойошҡан рәүештә үтте, - тине Радий Хәбиров. - Алдағы биш йылға төбәктә халыҡтың үҙ ихтыярын белдереү иреклеген тәьмин итергә тейеш бик эшлекле команда булдырылған, тип иҫәпләйем.

Башҡортостан Башлығы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларына төп бурыстарҙы билдәләне.

- Алда яңы һайлау кампаниялары. 2023 йылда республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һайлау уҙғарыла. Башҡортостанда төрлө сәйәси партиялар тәҡдим ителгән. Бөтә кандидаттар өсөн тигеҙ мөмкинлектәр тәьмин итеү, шулай уҡ һайлаусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим, - тине Радий Хәбиров. - Ә 2024 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлау үткәрелә. Был бик етди саралар, уларға әле үк әҙерләнергә кәрәк.

Төбәк етәксеһе территориаль һайлау комиссияларының матди базаһын нығытыу кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтте һәм Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составына эштәрендә уңыштар теләне.

Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас