Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
18 Июль 2022, 10:35

Белоретта “Паровоз” монументы асылды

Ул урындағы халыҡтың хеҙмәт ҡаһарманлығын кәүҙәләндерә.  

Белоретта “Паровоз” монументы асылдыБелоретта “Паровоз” монументы асылды
Белоретта “Паровоз” монументы асылды

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Белоретта, ҡаланың 260 йыллығы көнөндә, “Паровоз” монументын асыу тантанаһы булды. Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.

1953 йылда сығарылған был тар колеялы ГР-231 паровозы ҡалаға ингән ерҙә ҡуйылды. Монумент Белорет халҡының хеҙмәт ҡаһарманлығын кәүҙәләндерә.

– Быйыл бөтә Рәсәйгә “узкоколейка” булараҡ билдәле Белорет тар колеялы тимер юлы үҙенең юбилейын билдәләй. Был юлдан хәрәкәт асылыуға 110 йыл үткән. Ул Башҡортостандың металлургия производствоһына, ҡаланы һәм Белорет металлургия комбинатын үҫтереүгә яңы һулыш бирҙе, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры  яҡын киләсәктә тар колеялы тимер юлын тергеҙеү проектын тормошҡа ашырыу тураһында белдерҙе. Уның бурысы – туристик әүҙемлекте арттырыу.

– Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай проекттар ысын мәғәнәһендә донъя кимәлендә танылыу яулай. Мәҫәлән, Швейцарияның хозур тәбиғәт ҡосағы аша үткән панорама поездары. Әммә беҙҙең тәбиғәт тә унан кәм түгел. Белорет ерендә һоҡланырлыҡ нәмәләр байтаҡ. Беҙ ҙә хайран итә алабыҙ. Тик бер аҙ тырышлыҡ кәрәк һәм барыһы ла килеп сығасаҡ, – тине Андрей Назаров.

Тантанала паровозға үткәндәр менән киләсәкте бәйләгән быуындар күсәгилешлелеге символын тәшкил иткән “Еңеү байрағы”н ҡуйҙылар. Был мәртәбәле ғәмәлде ГР-231 паровозы машинисының ярҙамсыһы Владимир Копытовҡа ышанып тапшырҙылар.

Фото: республика Хөкүмәте.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас