

Был юлы форум өс йөҙҙән ашыу йәштәрҙе йыясаҡ.
Дүрт көнгә ҡатнашыусылар үҙ үҫеше һәм ижады мөхитенә сумасаҡ: «Үҫеш кимәле һәм реаль тормош араһында бәйләнеш булдырыу» панель дискуссияһын, ораторлыҡ оҫталығын, үҙ-үҙеңде күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, төрлө һөнәр вәкилдәре менән дискуссия үткәреү планлаштырылған.
"Аҫылташ-2022" өс йүнәлеш буйынса эшләйәсәк: 1) Арт-майҙансыҡ; 2) Карьера үҫеше; 3) Йәш лидер майҙансығы.
Шулай уҡ форумда "этно-көн" буласаҡ. Был көн төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, яндан уҡ атыу, этно-йәрминкә һ.б. ойошторола.
Ҡатнашыусыларҙың үҙ проекттарын тәҡдим итеп, уны яҡлағас, 10 меңдән 30 меңгә тиклем грант отоу, консультация, башҡа төрлө ярҙам алыу мөмкинлеге бар.