

Бының өсөн бюджеттан 245 миллион һум бүленгән. Халыҡ наказдары “Реаль эштәр” проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ауыл һәм ҡалаларҙа спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлә, парк һәм шишмәләр тәртипкә килтерелә. Дәүләт Думаһы һәм республика парламенты депутаттары, Федерация Советы сенаторҙары проекттар үтәлешен контролдә тота. “Реаль эштәр” программаһы 2015 йылдан ғәмәлдә. Ошо ваҡыт эсендә халыҡтың ете меңдән ашыу мөрәжәғәте үтәлгән.
Баш ньюс.