Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Республика һулышы
22 Июля 2022, 13:00

Өфө хосписы - Рәсәйҙәге тәүге күләмле паллиатив объект

20 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлгән республика хосписында булды. Объект ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, биналарҙың дөйөм майҙаны - яҡынса 13 мең квадрат метр.

Өфө хосписы - Рәсәйҙәге тәүге күләмле паллиатив объектӨфө хосписы - Рәсәйҙәге тәүге күләмле паллиатив объект
Өфө хосписы - Рәсәйҙәге тәүге күләмле паллиатив объект

Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, шуларҙың 20-һе - балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған. Учреждение биләмәһендә йәйәү йөрөү өсөн зона һәм балалар өсөн адаптив майҙансыҡ эшләйәсәк. 20 июлгә майҙансыҡта хоспис биналарын һалыу тамамланған, газ ҡаҙанлығы, шулай уҡ инженер, йылытыу, электр һәм һыу тәьминәте селтәрҙәренең бер өлөшө монтажланған. Төҙөүселәр эске биҙәкләү эштәрен һәм эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереүҙе дауам итә. Башҡортостан Башлығы яңы объекттың бүлмәләрен ҡараны, тышҡы һәм эске биҙәкләү варианттары менән танышты.

Объекттың дөйөм хаҡы 1,1 миллиард һумға баһалана. Республика халҡы хоспис булдырыуға иғәнә индерә. Бынан тыш, Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары  - «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «РКК» акционерҙар йәмғиәте, «Астро-Лифт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Уфагорсвет» муниципаль унитар предприятиеһы, «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиеһы - хәйриә ярҙамы сифатында бер нисә төҙөлөш-монтаж эшен башҡарҙы

Радий Хәбиров хоспис төҙөлөшөндә ярҙам күрһәткән меценаттарға рәхмәт белдерҙе һәм республиканың бындай учреждениеға бик мохтаж булыуын билдәләне.

 Стенограмма:

ХӘБӘРСЕ: Радий Фәрит улы, һеҙ бында 2022 йылдың мартында булдығыҙ һәм бөгөн йәнә хоспис майҙансығын ҡаранығыҙ. Был объект республикаға ни тиклем кәрәк? Төҙөлөш эшен нисек баһалайһығыҙ?

Радий ХӘБИРОВ: Объект, һис шикһеҙ, кәрәкле һәм мөһим. Был республикабыҙҙа тәүге хоспис, ә ошондай күләмле вариантта - Рәсәйҙә тәүгеһе. Комплекс бик ҙур - 13 мең квадрат метр. Ул 60 пациентҡа иҫәпләнгән.

Хоспис - һәр ваҡыт үҙенсәлекле тарих. Был мохтаж кешеләргә тейешле хәстәрлек алыу мөмкинлеге биргән урын. Ауырыу кешенең, үлемесле сирлеләрҙең атай-әсәләре һәм туғандарына ял итеү мөмкинлеге бирә. Шуға күрә беҙ бында уңайлы шарттар - тышҡы эстетика, һәйбәт биҙәлеш, үҙенсәлекле функциональ йөкмәтке булдырырға тырышабыҙ. Беҙ проект буйынса бассейн, ике ҡышҡы баҡса эшләнек. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡаты ауырыусылар өсөн бында яҡшы һәм уңайлы булырға тейеш.

Иң мөһиме, үҙ ваҡытында хосписты бөтә донъя менән төҙөргә ҡарар иттек. Һәм беҙгә бик күптәр ярҙам итә. «Башҡортостан сода компанияһы» етди ярҙам күрһәтә. Төҙөлөштө «ИСК» муниципаль унитар предприятиеһы алып бара. Барыһына ла ҙур рәхмәт. Бында бик күп нәмә бушлай эшләнде - ҡаҙанлыҡ монтажланды, инженер селтәрҙәре һалынды, йәшелләндереү һәм асфальт түшәлде. Шуға күрә беҙ хоспис эсендә мотлаҡ бөтә ойошмаларҙы һәм меценаттарҙың исемен билдәләү мөмөмкинлеге хаҡында уйларбыҙ. Был ярҙам башҡаларға ла тәрән йоғонто яһар.

ХӘБӘРСЕ: Был үҙәкте сафҡа индереү ваҡытын бөгөн атап буламы?

Радий ХӘБИРОВ: Әлегә был хаҡта һөйләргә иртәрәк, сөнки бында бюджет финанслауы түгел. Аҡса бар икән - алға барабыҙ тигән принцип буйынса эшләйбеҙ. Шулай ҙа бында төҙөлөш бер минутҡа ла туҡтамай. Әлбиттә, яңы объектты йыл аҙағына тиклем төҙөлөп бөтөүен теләр инем һәм төҙөүселәр менән ошо хаҡта килештек. Бының өсөн мөмкинлектәр бар. Сөнки төп мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә алдыҡ.

Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас