Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
22 Июль 2022, 08:30

Радий Хәбиров республикала айыҡлыҡ хәрәкәте һөҙөмтәләре менән таныштырҙы

Радий Хәбиров республикала айыҡлыҡ хәрәкәте һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. 

Радий Хәбиров республикала айыҡлыҡ хәрәкәте һөҙөмтәләре менән таныштырҙыРадий Хәбиров республикала айыҡлыҡ хәрәкәте һөҙөмтәләре менән таныштырҙы
Радий Хәбиров республикала айыҡлыҡ хәрәкәте һөҙөмтәләре менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, алкоголь эсеп, үлеүселәр һаны дүрт тапҡырға кәмегән. 2018 йылда 211 кеше хәмер арҡаһында яҡты донъя менән хушлашһа, былтыр ундайҙар һаны 57 булған. “Айыҡ ауыл” проекты ла маҡтап телгә алына. Өс йылда муниципаль этапта 150 ауыл еңгән, республика конкурсында 27 ауыл лауреат булды. Башҡортостанда айыҡ тормош һайлаған, спорт менән шөғөлләнгән кешеләр арта, төрлө фестивалдәр һәм байрамдар ойошторола, онотолоған кәсептәр тергеҙелә. Ҡайһы бер ауылдар алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу тәҡдиме менән сыға. Эшебеҙ дауам итә, тип яҙа Радий Хәбиров.

Башҡортостанда 4 йылда 200 мең литрға яҡын суррогат алкоголь әйләнештән алынған. Был турала республиканың Эске эштәр министрлығы хәбәр итте.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары ла был өлкәләге ыңғай тенденцияларҙы барланы. Полиция хеҙмәткәрҙәре уҙған йылда ғына хәмер етештергән биш йәшерен цехты япты. Махсуслашҡан иҫкәртеү операциялары уҙғарыу һөҙөмтәһендә барлығы 165 енәйәт һәм 2 мең административ хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған.

Яңы йыл байрамдары, һабантуй, һуңғы ҡыңғырау һәм йәштәр көндәрендә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас