Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
9 Август 2022, 13:02

Башҡортостан аграрийҙары 4 миллион тонна иген йыйып алырға иҫәп тота

Был күләм былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. Иң мөһиме: үҫтерелгән ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыу.

Башҡортостан аграрийҙары 4 миллион тонна иген йыйып алырға иҫәп тота
Башҡортостан аграрийҙары 4 миллион тонна иген йыйып алырға иҫәп тота

Юғиһә киләһе аҙнанан һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә. Ауыл эшсәндәренә аяҙ көндәрҙе мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк файҙаланып ҡалырға кәрәк, тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оперативкала.
Башҡортостанда ураҡ үткән аҙнала башланды. Эштәр мал аҙығы әҙерләү менән бергә алып барыла. Аграрийҙар ужым һәм иртә культураларға төшкән. Гектар ҡеүәте 32 центнерға тиклем етә.

 Ырҙын табаҡтарына 120 мең тонна иген оҙатылған да инде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 4 миллион тонна ашлыҡ йыйып алыу Башҡортостан өсөн ғәҙәти күренеш булырға тейеш.

 Ураҡты тиҙ арала һәм юғалтыуһыҙ башҡарыу өсөн техника паркының яңыртылып тороуы ла шарт. Радий Хәбиров ашлыҡ йыйып алынғандан һуң был мәсьәләгә кире ҡайтырға һәм техника һатып алыуҙың яңы юлдарын барларға тәҡдим итте. Әлегә иһә ауыл эшсәндәренә һәр мәлде файҙаланып ҡалыу шарт.

Күҙаллауҙар буйынса иген культуралары 4 миллион тоннаға етте. Гектар ҡеүәте 30 центнерҙан аша. Хәҙер һауа торошоноң ғына һынатмауы шарт. Әгәр ямғырҙар китһә, үҫтерелгән ашлыҡты сығарып алыуы ауыр буласаҡШуға күрә ошо аҙнала бик көсөргәнешле эшләп алырға тура килер.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас: