Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
10 Август 2022, 12:51

Аграрийҙарға страховкалауға сығымдарҙы ҡаплайҙар

Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәренә страховкалау өсөн сығымдарҙың яртыһына тиклемен ҡаплайҙар, быйыл дәүләт ярҙамының суммаһы — 197,5 миллион һум.

Аграрийҙарға страховкалауға сығымдарҙы ҡаплайҙар
Аграрийҙарға страховкалауға сығымдарҙы ҡаплайҙар

Был турала республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

2021 йылда Башҡортостанда агростраховкалау өсөн субсидияларҙың суммаһы 118,6 миллион һум ине.  

«Дәүләт ярҙамы менән агростраховкалау ауыл хужалығы производствоһының килемлелеген тәьмин итеү, тармаҡта оҙайлы планлаштырыу өсөн мөһим», — тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: