Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
10 Август 2022, 16:40

Өфөнән Дубай, Дүшәнбе һәм Ош ҡалаларына яңы авиарейстар асыла

Рәсәй авиацияһы ведомство-ара комиссия ҡарары менән Өфө аэропортынан тағы өс халыҡ-ара авиарейсын асырға рөхсәт бирҙе.

Өфөнән Дубай, Дүшәнбе һәм Ош ҡалаларына яңы авиарейстар асыла
Өфөнән Дубай, Дүшәнбе һәм Ош ҡалаларына яңы авиарейстар асыла

 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ҡарамағында шундай документ бар. «Азур Эйр» авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһы менән Дубай (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) араһында авиаосоштар башҡарыр тип планлаштырыла.

Шулай уҡ «Ютэйр» авиакомпанияһы Өфө менән Тажикстандың баш ҡалаһы Дүшәнбе араһында авиаосоштарға рөхсәт алды.

«Урал һауа юлдары» Өфө аэропортынан Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһына оса башлай.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: