Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
10 Август 2022, 18:10

Радий Хәбиров: Был һөт бөтәһенә лә оҡшай!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. Унда һүҙ Мәләүез һөт-консерва комбинаты тураһында бара.

Радий Хәбиров: Был һөт бөтәһенә лә оҡшай!
Радий Хәбиров: Был һөт бөтәһенә лә оҡшай!

“Башҡортостан тауарҙары яңы баҙарҙар яулай. 19,2 мең банка ҡоро һөттө, был иһә 8,6 тонна, Мәләүез һөт-консерва комбинаты Ҡытайға оҙатты.

Күп осраҡта компанияның бындай хәрәкәте беҙҙең, республиканың ярҙам саралары ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашҡан Мәләүез комбинаты балалар өсөн һөт ҡатышмалары һәм ҡоро һөт нигеҙе етештереү проектын хупланы.

Проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә инде, предприятие ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар, шулай уҡ һалым льготалары аласаҡ. Проект ҙур, инвестициялар күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итә.

Һөҙөмтәлә бында балалар өсөн 8,5 мең тонна ҡоро һөт һәм 1 мең тонна айыртылған һөт, шулай уҡ йылына 1,3 мең тонна аҡ май етештерәләр.

Был һөт комбинаты – республикалағы иң ҙур һөт һәм һөт аҙыҡтары етештереүсе, “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанты. Уның традициялары бай һәм 1940 йылда башланған данлы тарихы бар.

Бында аҡ май, сыр, эремсек етештерелә. Ҡулланыусылар һорауы буйынса предприятие продукция етештереүҙе “Хәләл” һәм “Кошер” стандарттары талаптарына ярашлы сертификацияланы.

Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, Башҡортостандың ҡоро һөтө ҙур һорау менән ҡуллана, ул ҡулланыусыларға оҡшай. Уны тәбиғи һөттән яһайҙар, ул яҡшы эрей һәм оҙаҡ һаҡлана ала.

Барығыҙға ла изгелек теләйем!” – тип яҙҙы ул.

 

Фото: "Бәйләнештә" Радий Хәбировтың сәхифәһенән. 

Радий Хәбиров: Был һөт бөтәһенә лә оҡшай!
Радий Хәбиров: Был һөт бөтәһенә лә оҡшай!
Автор:
Читайте нас: