Ашҡаҙар
+21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Август 2022, 18:09

Башҡортостан Башлығы губернаторҙар медиарейтингында - беренсе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров июлдә Волга буйы федераль округы губернаторҙары медиарейтингында беренсе урынды алды.

Башҡортостан Башлығы губернаторҙар медиарейтингында  - беренсе
Башҡортостан Башлығы губернаторҙар медиарейтингында - беренсе

Киң мәғлүмәт сараларында республика етәксеһе эшмәкәрлегенә бәйле 10 475 яңылыҡ баҫылған.

Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа – Татарстан Башлығы Рөстәм Миңлеханов һәм Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин.

«Медиалогия» эксперттары Баймаҡ районында уҙған «Башҡорт аты» республика фестивален билдәләне, уның барышында Башҡортостан һәм Ҡалмыҡ Республикаһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа республика башлыҡтары Радий Хәбиров һәм Бату Хасиков ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ республиканың Екатеринбургта «Иннопром-2022» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә лайыҡлы ҡатнашыуы билдәләнә. Унда Рәсәйҙең сәнәғәт министры Денис Мантуров республика Башлығы Радий Хәбировҡа ил төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса федераль рейтингта беренсе урын өсөн бүләк тапшырҙы. Киң мәғлүмәт сараларында Абхазия делегацияһының Башҡортостанға сәфәре лә әүҙем яҡтыртылды. Сәфәр барышында Абхазия президенты Аслан Бжания һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында һөйләшеп килеште.

Федераль рейтингта Радий Хәбиров 11-се урынды алды, өс лидер иҫәбендә – Мәскәү мэры Сергей Собянин, Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев һәм Чечня Башлығы Рамзан Ҡадиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: