Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Август 2022, 15:47

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

11 августа Өфөлә Төҙөүселәр көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Төҙөүселәр – илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың ышаныслы терәге, уларҙың ауыр һәм яуаплы хеҙмәте тәрән ихтирам уята, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Яҡты йорттар, һоҡланғыс биналар өсөн рәхмәт. Төҙөкләндерелгән ҡала-ауылдар, юлдар һәм күперҙәр өсөн. Йылдан-йыл республикабыҙҙы үҙгәртәһегеҙ. Профессиональ рекордтар ҡуяһығыҙ. Тармаҡта алдынғылыҡты һаҡлайһығыҙ. Төҙөлөш күләме, торлаҡты сафҡа индереү буйынса беҙ – иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә. Йыл ярымда 4,5 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Былтыр яҡынса 3 миллион. Башҡортостан тарихында бындай күләмдең бер ҡасан да булғаны юҡ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Әлеге ваҡытта республика төҙөүселәре Донбаста емерелгән йорттарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә, тине ул. Радий Хәбиров Башҡортостандың Луганск Халыҡ Республикаһында Шайморатов исемендәге шефлыҡҡа алынған мәктәбе барлығын һәм 1 сентябрҙә уҡыусыларҙың яңынан төҙөлгән мәктәпкә барасағын әйтте.

«Беҙ «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә федераль аҡсаны әүҙем йәлеп итәбеҙ. Быйыл 4,4 миллиард һум үҙләштерәбеҙ. Өфөнөң Ағиҙел аръяғында һәм Нефтекамала ҙур инфраструктура проекттарын башлап ебәрҙек. Өфөнөң «Көньяҡ ҡапҡалары» төҙөлә башланы, Көнсығыш сығыу юлы буйынса эштәр әүҙем алып барыла. Быларҙың барыһы ла торлаҡ төҙөү өсөн мөмкинлектәребеҙҙе киңәйтә. Төҙөлөш комплексы үҙ бурыстарын үтәр, ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ матур булһын өсөн яңы йорттар төҙөр тип ышанам»,  – тине Радий Хәбиров.

Бөгөн төҙөлөш тармағының 58 вәкиле һөнәри байрамы алдынан дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров төҙөүселәргә емешле хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңы һөнәри ҡаҙаныштар теләне.

Башинформ.

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы
Автор:
Читайте нас: