Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Август 2022, 14:05

Бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү өсөн 10 йылға льготалы кредит алырға була

Рәсәй Хөкүмәте башлап ебәргән яңы программаға ярашлы, бәләкәй һәм урта предприятиелар Рәсәй банкының ғәмәлдәге ставкаһы буйынса йылына 4,5% һәм 3% менән производствоны үҙгәртеп ҡороуға һәм үҫтереүгә льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә була.

Бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү өсөн 10 йылға льготалы кредит алырға була
Бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү өсөн 10 йылға льготалы кредит алырға була

Льготалы ставка буйынса бирелгән аҡсаны ҡорамалдар һатып алыуға, етештереү биналарын капиталь ремонтлауға йәки яңы производстволар асыуға йүнәлтергә мөмкин.

Өҫтөнлөклө тәртиптә льготалы кредит ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, логистика һәм ҡунаҡхана бизнесы өлкәһендә эшләгән бәләкәй һәм урта предприятиеларға бирелә.

Льготалы программаның ғәмәлдә булыу ваҡыты – өс йыл. Кредитты 10 йылға алырға мөмкин. 2022 йылдың аҙағына тиклем бирелгән кредиттарҙың күләме яҡынса 50 миллиард һумға етеүе күҙаллана.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: