Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Август 2022, 11:52

COVID-19 менән сирләү осраҡтары артҡан

Роспотребнадзор COVID-19 нығыраҡ таралған төбәктәрҙә битлек режимын индерергә саҡырҙы.

COVID-19 менән сирләү осраҡтары артҡан
COVID-19 менән сирләү осраҡтары артҡан

16 августа ведомство сайтында эпидемияға ҡаршы саралар буйынса яңы тәҡдимдәр баҫылған.

«Яңы осраҡтарҙың аҙналыҡ күрһәткесе 100 мең кешегә 50-нән артҡан төбәктәрҙә йәмәғәт урындарында битлек кейергә кәрәк», — тиелә белдереүҙә.

Тәҡдимдәр яҙылған хат Роспотребнадзорҙың территориаль органдарына һәм  ойошмаларына ебәрелгән. Ведомство етәксеһе Анна Попова субъекттарҙың башҡарма власть органдары менән тәҡдимдәр әҙерләү бурысын йөкмәтте.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: