Ашҡаҙар
+16 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Август 2022, 11:16

Донецк Халыҡ Республикаһы уҡыусылары Шайморатовтың тыуған ауылына барҙы

Уҡыусылар Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күргәҙмә залының экспозицияһы менән танышты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы хаҡында белде, генерал-майорҙың һәйкәленә һәм бюсына сәскәләр һалды.

Донецк Халыҡ Республикаһы уҡыусылары Шайморатовтың тыуған ауылына барҙы
Донецк Халыҡ Республикаһы уҡыусылары Шайморатовтың тыуған ауылына барҙы

Йәй дауамында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Университетта профилле белем биреү сменалары» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә дүрт смена эшләй. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан Башҡортостанға 160-ҡа яҡын уҡыусы ял итергә килде. Һәр сменала 12-16 йәшлек 40 бала ҡатнашты.

Донецк һәм Луганск балалары өсөн сағыу, бай программа ойошторолдо. Ун көн эсендә улар Башҡортостандың мәҙәниәте һәм традициялары менән танышты, иҫтәлекле урындарға барҙы, ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашты. Аҙаҡҡы смена Өфөгә 14 августа килде.

«Шайморат ауылына генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күргәҙмә залын ҡарарға килдек. Бөгөн бында Донецк Халыҡ Республикаһынан 14-16 йәшлек 39 бала булып ҡайтты, — ти университет сменаларының өлкән вожатыйы Алһыу Сәхәүетдинова. — Беҙҙә дүрт смена ойошторолдо. Һәр сменала ошонда килеп, Шайморатов һәйкәленә һәм бюсына сәскәләр һалдыҡ, балаларҙы күренекле яҡташыбыҙ менән таныштырҙыҡ. Беҙгә бында 3D фильмын күрһәттеләр. Батырҙың хәҙерге Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә һәләк булыуы балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты».

Уҡыусылар ҙа сәйәхәттән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

«Мин Мариуполь ҡалаһынан килдем. Бик яҡшы ҡабул иттеләр, вожатыйҙар беҙҙе шарҙар һәм флагтар тотоп ҡаршы алды. Йәшәү шарттары һәйбәт, кер йыуыу бүлмәһе лә, кухня ла бар. Мин ашауға бик талымлы, ләкин бында ашайым. Беҙ ҡала, парктар буйлап йөрөнөк, бассейнда булдыҡ, бөгөн дөйәғош фермаһына барабыҙ, беҙҙе тағы ла бик күп ҡыҙыҡлы саралар көтә. Шайморат ауылында ҡараған фильм миңә айырыуса ныҡ йоғонто яһаны. Уның 13 йәшендә, йөк ташыусы булып эшләгән сағында төшкән фотоһын да күрҙек», — ти Александра исемле ҡыҙ.

Экспозицияны һәм фильмды ҡарағандан һуң уҡыусылар музейҙың тәҡдимдәр китабында үҙ ҡултамғаһын ҡалдырҙы.

Башинформ.

Донецк Халыҡ Республикаһы уҡыусылары Шайморатовтың тыуған ауылына барҙы
Донецк Халыҡ Республикаһы уҡыусылары Шайморатовтың тыуған ауылына барҙы
Автор:
Читайте нас: