Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Август 2022, 15:11

ЫСЫН ҺАНДАР ТӨТӨН АРАҺЫНДА... Стәрлетамаҡтарҙы ниндәй еҫ борсой?

Бер рәхәттең бер ҡыйыны була тиҙәр. Стәрлетамаҡ – ҙур сәнәғәт ҡалаһы. Эш урындары булған, илгә тауар етештергән, үҫешкә өлөш индергән предприятиелары менән дан тота. Әммә, билдәле булыуынса, һәр сәнәғәт артында экологияға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ята. Был йәһәттән ҡалала заводтарҙан килгән еҫ, төтөн бар, мәҫәлән. Әммә, ҡайһы берҙә был еҫ шул тиклем тарала, хатта бер рәхәттең мең ҡыйыны булып китә һымаҡ...

ЫСЫН ҺАНДАР ТӨТӨН АРАҺЫНДА... Стәрлетамаҡтарҙы ниндәй еҫ борсой?
ЫСЫН ҺАНДАР ТӨТӨН АРАҺЫНДА... Стәрлетамаҡтарҙы ниндәй еҫ борсой?

“Беҙҙе тонсоҡторорға булдығыҙмы?”

Ысынлап та, июль айынан башланған еҫ ҡала халҡын борсомай ҡалманы. Кис урамға сыҡһаң, тын алыуы ауырлаша. Өйҙә тынсыу, тышта еҫ, аптырағандан кешеләр ялыуҙар менән социаль селтәрҙәрҙә төрлө кимәлдәге чиновниктарға, инстанцияларға мөрәжәғәт итә башланы. Ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә таянғанда ла, һуңғы бер нисә аҙна эсендә был йәһәттән мөрәжәғәттәр ике тапҡырға(!) артҡан. Ғәмәлдә бөтә дәғүәләр күпме икән – ысын һандар әйтерһең дә шул заводтан килгән төтөн араһында булған һымаҡ, билдәле түгел. Сөнки барыһы ла интернетта ултырмай ҙа, барыһы ла ялыулашмай. “Беҙҙе тонсоҡторорға булдығыҙмы”, “Тын алыуы ҡыйын, ҡасан һаҫыҡ еҫ бөтә”, “Ни өсөн беҙ төтөн араһында ултырырға тейеш?” тигән һорауҙар яуа халыҡтан. Әлбиттә, дәғүә урынлы, ҡалала таралған еҫте шул еҫте таратыусылар үҙҙәре лә һулай бит. Ә заводтарға нисек дәғүә белдерергә һуң? Ғөмүмән, был мәсьәлә инде ҡала хакимиәте, ҡала советы кимәлендә күтәрелер кимәлгә “беште”. Ошо арала Советта был экология проблемаһы буйынса тыңлауҙар планлаштырылһа, күптән түгел хакимиәттә төрлө өлкә вәкилдәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда әлеге проблема буйынса ҡала хакимиәте вәкилдәре лә, сәнәғәт өлкәһенән дә, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының урындағы вәкилдәре лә, экологтар ҙа, республика кимәлендә йәмәғәтселәр ҙә үҙ фекерен еткерә алды. Еткереп кенә ҡалманы, һөйләшеү һөҙөмтәһе булып, эшлекле тәҡдимдәр нигеҙендә проект төҙөлдө. Сараны ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров алып барҙы.
– Был күптән көтөп алынған осрашыу, быға тиклем ниндәйҙер кимәлдә һүҙ алып барылһа, хәҙер конкрет ҡарар ҡабул итергә ваҡыт етте, – тип мөрәжәғәт итте Артур Рәзил улы көн ҡаҙығына һуҡҡан сараға йыйылыусыларға.

“Беҙ үҙебеҙ ҙә белгес!”

Дөрөҫөн әйткәндә, ҡалала таралған еҫ һәр ваҡыт бер төрлө булмай. Һәр еҫ үҙенсәлекле, үҙ тәме бар, зарары ла бер төрлө генә түгелдер. Ошо йәһәттән ҡайһы берҙә йорт алдарында ултырған инәйҙәрҙең “Кисә Салауаттан газ килде, Стәрлетамаҡтыҡы түгел ине” тигән һүҙҙәрендә лә нигеҙ бар һымаҡ. Сөнки, көньяҡтан иҫкән ел бер нисек тә ҡаланың төнъяғында урынлашҡан “Башҡорт сода компанияһы” төтөнөн алып килә алмай, ғәҙәттә, ел ваҡыттарында ҡаланың көньяҡ, көньяҡ-көнбайыш биҫтәләрендә йәшәүселәр нәҡ күрше ҡаланан килгән еҫ-төтөнгә дәғүә белдерә.
“Түңәрәк өҫтәл”дә Башҡортостандың дәүләт аналитик контроль идаралығының Стәрлетамаҡ буйынса бүлексәһе начальнигы Наталья Павлова бел-дереүенсә, ҡаланың төрлө мөйөшөндә еҫте билдәләй, уның составын анализлай алған ҡоролмалар урынлашҡан, ошондай уҡ яңы автоматик рәүештә еҫте айыра алған ҡоролма 1-се ҡала дауаханаһы янында сафҡа индерелә һәм нәҡ ошо ҡоролма еҫтең күрше ҡаланан килгәнме, әллә Стәрлетамаҡ предприятиелары сығарғанмы – шуны асыҡлай аласаҡ.
– Бындай ҡоролмалар ҡаланың һәр биҫтәһендә лә юҡ, әммә һауаны ниндәй еҫ бысрата, уның составы ниндәй, хәҙер барыһын да асыҡларға мөмкинселек сыҡты, – тип һөйләп үтте Наталья Викторовна.

Ҡасан төтөн сығарырға ярай?

Еҫтең ҡайҙан килгәнен асыҡлау бер, уны нисек аҙайтырға – бына ҡайҙа ята төп мәсьәлә. Был йәһәттән ошо өлкәгә ғүмерен арнаған, ҡасандыр үҙе әлеге химия заводын етәкләгән шәхес, техник фәндәр докторы, әлеге ваҡыта БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында химия һәм химик технология кафедраһы мөдире вазифаһын атҡарған Йәғәфәр Әбдрәшитовтың фекере бик урынлылыр.
– Билдәле, ел булғанда төтөн алыҫҡа китә, бының өсөн артыҡ химик йәки физик булырға кәрәкмәй, әлегеләй эҫе, томра, елһеҙ көндәр торғанда төтөн ҡаланан йыраҡ оса алмай һәм һауала таралмай, биш километрлыҡ түңәрәктә ергә баҫыла. Шуға июль-август айҙарында ҡаланы еҫ ҡаплап алды ла инде. Проблема менән көрәшеүҙә бер генә юл күрәм: заводтар гидрометеорология станцияларынан аҙна-айға алдан һауа шарттары буйынса теүәл мәғлүмәт алып, эшен шул шарттарға көйләргә тейеш. Әйтәйек, елһеҙ көндәр көтөлә икән, алдан (ел булған көндәрҙә) эште көсәйтеп, шул көндәрҙә күберәк тауар етештереп ҡалырға йәки еҫ, төтөн таралыуҙы минималләштерергә кәрәк, – тигән эшлекле тәҡдимен еткерҙе Йәғәфәр Мөхәрәм улы.
Тәҡдим шәп тә, тик “түңәрәк өҫтәл” артындағы өҫтәл артында бер генә завод вәкиле лә юҡ ине шул. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы янында эшләп килгән Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫеше советы рәйесе Зөлфиә Ғайсина һорауы урынлы һымаҡ:
– Үкенескә ҡаршы, бөгөн мин сәнәғәт предприятиелары етәкселеген күрмәйем, үҙ-ара ғына һөйләшеп, эште алға ебәреп булырмы икән һуң? – тип мөрәжәғәт итте Зөлфиә Риф ҡыҙы.
Әммә, баҡтиһәң, был сара ике яҡ ҡат-нашлығында үтәсәк тағы бер “түңәрәк өҫтәл” алды осрашыуы икән. Нәҡ шул ҙур “түңәрәк өҫтәлгә” был сарала иң етди һорауҙар һәм тәҡдимдәр төҙөлөргә, стратегия төҙөлөргә тейеш ине. Сөнки завод вәкилдәре менән осрашыуҙа дәғүәләр ҙә, тәҡдимдәр ҙә нигеҙле һәм урынлы булырға тейеш.

Зарарлы матдәләр артыҡ түгел

...Әлбиттә, еҫ ҡайҙан килә, нисек килә, ҡасан күберәк сығарыла һәм ҡасан бөтөнләй һиҙелмәй – халыҡ өсөн быларҙан бигерәк шул еҫтең йәки төтөндөң организмға зарары борсой. Ысынлап та, тын алғанда танауҙы ярып килгән әсе еҫ үпкәләргә нисек тәьҫир итә һуң? Сарала был һорау ҙа һауала аҫылынып ҡалманы:
– Һәр проба анализлана, әгәр ҙә зарарлы матдәләрҙең миҡдары тейешенсә кимәлдән аша икән, прокуратураға мөрәжәғәт ителә, закон рөхсәт иткән барлыҡ санкциялар, ҡарарҙар ҡабул ителә, – тине Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығының Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәзилә Баһаутдинова. – Әлегә анализдар нормала килә, – тип тә өҫтәне Рәзилә Ғәлим ҡыҙы.

Заводты ябып ҡуйып булмай

Баштараҡ әйткәнсә, Стәрлетамаҡ – ҙур сәнәғәт ҡалаһы һәм экология мәсьәләһе һәр ваҡыт буласаҡ. Әммә был проблеманы мөмкин тиклем аҙайтыу фарыз шул. Был тәңгәлдән, әлбиттә, завод-предприятиелар үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай, экология буйынса миллиард һумдар менән баһаланған программа ҡабул ителгән, шул иҫәптән һауаны таҙартыу буйынса ла проекттар эшләп килә. Мәҫәлән, шул уҡ Башҡорт сода компанияһында был йәһәттән инвестициялар ҙур күләмдә – унда бер һауаны айырыусы ҡоролма ғына миллиард һум тора! Әйтәйек, әлеге сарала Йәғәфәр Әбдрәшитов билдәләүенсә, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып бөгөнгәсә шаҡтай экологик сара күрелгән. Ләкин, ҡала халҡы таҙа һауа менән иркен тын алһын өсөн былар ғына, күрәһең, бик аҙ кимәлдә. Нисек кенә булмаһын, алға китеш бар, производство ла, экология ла бер кимәлдә борсой, башҡа мәсьәләләр ҙә...

– Кемдәр ошо ҡалала тыуып үҫкән, ошо ҡаланы төйәк иткән, барыһы ла аңлап тора: Стәрлетамаҡ – мөһим сәнәғәт берәмеге, беҙ ошонда йәшәйбеҙ икән, тимәк, уны барлыҡ уңыштары һәм етешһеҙлектәре менән ҡабул итәбеҙ. Шуға экологик мәсьәләгә лә аңлап ҡарарға саҡырам, әммә, әгәр ҙә хәл киҫкенләшеп китә икән, беҙ бер төптән булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта был күренеш ниндәйҙер сәйәси уйын ҡоралына әйләнеп китеүгә юл ҡуймайыҡ, заводты ябып ҡуйып булмай, – тип мөрәжәғәт итте, мәҫәлән, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов. – Әгәр ҙә халыҡтан мөрәжәғәттәр була икән, уларға ваҡытында йәки тиҙ рәүештә яуап бирергә, дөрөҫ итеп аңлата белергә кәрәк, – тип тә өҫтәп китте Павел Николаевич.
Ысынлап та, ил кимәлендәге ҡеүәтле предприятиены ябып ҡуйып булмай. 2021 йылда ғына ла әлеге БСК ил эсендәге ҡулланыусылар өсөн 28,5 миллиард һумлыҡ тауар етештергән, был, әйткәндәй, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 4,1 миллиард һумға күберәк. Әммә халыҡ гел генә һаҫыҡ еҫ еҫкәп тә йәшәй аламы икән? Улай ғына ла түгел, экология мәсьәләһе йыш ҡына яман шешкә, йөрәк сирҙәренә лә бәйле булып китә...

Шуға ошо сара был мәсьәләне еңеләйтеүҙә ниндәйҙер аҙым булыр тип ышанғы килә. Һауала йәнә насар еҫ таралағанда тиҙ генә йыйылып ҡарар ҡабул итә торған эшсе төркөм (совет) булдырыу тураһында тәдҡим был йәһәттән нигеҙле күренә. Әйткәндәй унда йәмәғәтселәр, химия өлкәһендә белгестәр менән бер рәттән завод вәкилдәре, прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә инәсәк. Иң мөһиме, ошо уҡ сарала ҡаланың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Екатерина Кириллова әйткәнсә, элекке һымаҡ ҡарарҙар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын!..

Рәмил МАНСУРОВ.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.

ЫСЫН ҺАНДАР ТӨТӨН АРАҺЫНДА... Стәрлетамаҡтарҙы ниндәй еҫ борсой?
ЫСЫН ҺАНДАР ТӨТӨН АРАҺЫНДА... Стәрлетамаҡтарҙы ниндәй еҫ борсой?
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: