Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
22 Август 2022, 11:08

Республика игенселәре 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған

Башҡортостан игенселәре 2,1 миллион тонна ашлыҡ йыйып алған. Гектарынан уртаса уңыш – 30 центнер.

Республика игенселәре 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алғанРеспублика игенселәре 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған
Республика игенселәре 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған

«Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәселгән майҙандарҙың 40% һуғылған. Параллель рәүештә ужым сәсәбеҙ, планлаштырылған 500 мең гектарҙың 12% әҙер. Башҡа традицион культураларҙы ла онотмайбыҙ. Шәмбе Күгәрсен районында «Етен – 2022» семинары үтте. Был культураны эшкәртеүҙең нескәлектәре бар, семинарҙа ошо хаҡта һөйләштек. Етен – рентабелле культура, тупраҡтың составына яҡшы йоғонто яһай. 2022 йылда Башҡортостанда 68,7 мең гектар майҙанда етен сәселгән  – 2021 йылға ҡарағанда 13% күберәк», – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас