Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
23 Август 2022, 11:20

Башҡортостан муниципалитеттарына юлдарға ваҡ таш түшәү өсөн 270 миллион һум бүленгән

2022 йылда Башҡортостан муниципалитеттары юлдарға ваҡ таш түшәү өсөн бөтәһе 270 миллион һум аҡса алған. 

Башҡортостан муниципалитеттарына юлдарға ваҡ таш түшәү өсөн 270 миллион һум бүленгәнБашҡортостан муниципалитеттарына юлдарға ваҡ таш түшәү өсөн 270 миллион һум бүленгән
Башҡортостан муниципалитеттарына юлдарға ваҡ таш түшәү өсөн 270 миллион һум бүленгән

Респубика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Илеш, Дүртөйлө, Благовещен, Борай һәм Стәрлебаш райондарында эшкә тотонғандар ҙа инде. Тиҙҙән башҡалар ҙа эшләй башлай.

«Беҙ муниципалитеттарыбыҙға тораҡ пункттарға юлдар мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәбеҙ. Бының өсөн райондарға дүртенсе йыл инде юлдарға ҡырсынташ һибеү өсөн аҡса бүләбеҙ. 1,8 мең саҡрым юл һалдыҡ. Ваҡ таш түшәү юлдарға асфальт түшәү һәм капиталь ремонт үткәреү буйынса пландарыбыҙҙы үҙгәртмәй», – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Башинформ.

Башҡортостан муниципалитеттарына юлдарға ваҡ таш түшәү өсөн 270 миллион һум бүленгән
Башҡортостан муниципалитеттарына юлдарға ваҡ таш түшәү өсөн 270 миллион һум бүленгән
Автор:
Читайте нас