Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
31 Август 2022, 12:00

Башҡортостан Хөкүмәтендә фәнни-технологик үҫеш буйынса вице-премьер вазифаһы булдырылды

Радий Хәбиров был вазифаға Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевты тәҡдим итте.

Башҡортостан Хөкүмәтендә фәнни-технологик үҫеш буйынса вице-премьер вазифаһы булдырылдыБашҡортостан Хөкүмәтендә фәнни-технологик үҫеш буйынса вице-премьер вазифаһы булдырылды
Башҡортостан Хөкүмәтендә фәнни-технологик үҫеш буйынса вице-премьер вазифаһы булдырылды

 Быға тиклем Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко төбәктәрҙә фәнни-технологик үҫеш өсөн яуаплы кешеләрҙе билдәләргә ҡушҡайны. Бөгөн Радий Хәбиров Александр Шельдяев менән яңы вазифала бурыстар буйынса фекер алышты. Республика Башлығы әйтеүенсә, вице-премьер инновацион технологиялар үҫеше, фән, сәнәғәт һәм бизнесты берләштереү, Евразия фәнни-мәғариф үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәрендә эш алып барырға тейеш. Александр Шельдяев Радий Хәбировҡа ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәргә һүҙ бирҙе.

 
Баш ньюс.
Автор:
Читайте нас