Һөнәри конкурста еңеү дөрөҫ һөнәр һайлағаныңдың иң юғары күрһәткесе. Аделина Богданова бер ҡасан да үҙенең табип буласағында икеләнмәгән, был ҡарарҙы ул күптән ҡабул иткән һәм башҡа һөнәр һайлау тураһында уйламағанда.
Быйыл Мәләүез үҙәк район дауаханаһының табип-терапевы Аделина Хәлим ҡыҙы ул юғары категориялы табип, Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһында ойошторолған "Йыл табибы" конкурсының "Иң яҡшы участка терапевы" номинацияһында еңеүсе. Һәм яңыраҡ ҡына йәнә лә бер еңеүе тураһында билдәле булды, ул Бөтә Рәсәй конкурсында "Иң яҡшы участка терапевы" номинацияһында беренсе урын яуланы.