

Һәр йәкшәмбе Өфө – Грозный маршруты буйынса рейстарҙы Utair авиакомпанияһы башҡара.
Маршрутҡа 70 пассажир өсөн тәғәйенләнгән ATR-72 самолеты сыға.
Баш ҡала аэропорты мәғлүмәттәре буйынса, Грозный ҡалаһы – Төньяҡ Кавказдың туристик үҙәктәренең береһе. Республика ҡунаҡтары Рәсәйҙең иң ҙур мәсете «Чечня йөрәге», Ә.Ҡадиров исемендәге Дан мемориаль комплексы, милли музей һәм башҡа иҫтәлекле урындар менән танышырға мөмкин.
Башинформ.