Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
1 Сентябрь 2022, 13:19

СТӘРЛЕТАМАҠТА ШАЙМОРАТОВСЫ КЛАСЫ АСЫЛДЫ

Быйыл Башҡортостан мәктәптәрендә Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән  82 класс асылды. Тантаналар, бөгөн, белем көнөндә мәктәптәрҙә үтте. Илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүсе кластарҙың береһе ҡалабыҙҙың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында ла булдырылды.

Шайморатовсылар өҫкө кейемдәре менән әллә ҡайҙан айырылып тора, алтынсыға ғына төшөүҙәренә ҡарамаҫтан бар әҙерлектең әһәмиәтен һиҙеп тантана башланғанын хәрбиҙәрсә етди баҫып көтөп тора ине улар. Сараға килгән ата-әсәләр, уҡыусылар, яңы ғына уҡыу йортона беренсе класҡа килеп тороусы балалар ҙа Шаймортовсыларға һоҡланып ҡарап сара урынына үтте.

Шайморатовсы класында шөғөлләнеү әлегә яңылыҡ булып тора, шулай ҙа уларҙың хәрби йүнәлеш буйынса өҫтәмә шөғөлләнеүҙәре, стройҙа йөрөү, спорт йәһәтенән үҫешеү һәм әлбиттә уҡыу яҡынан әүҙем буласаҡтары билдәле.

Стәрлетамаҡ Шайморатовсыларын Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов, ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та килеп күрҙе. Шайморатовсылар класын асыу тантанаһы барышында мәртәбәле ҡунаҡтар уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлап, мәктәпте ҡарап сыҡты.

Әлбиттә ҡунаҡтар бүләкһеҙ килмәгән. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Фәрит улы йылдан-йыл үҫешкән, замана талабы менән бер рәттән барған уҡыу йортон билдәләп, уның берҙәм коллективына дәртләндереү һүҙҙәрен еткереп, гимназияның материаль-техник базаһын нығытыу маҡсаты менән 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

Тулы мәҡәлә "Ашҡаҙар" гәзите биттәрендә баҫыласаҡ.

СТӘРЛЕТАМАҠТА ШАЙМОРАТОВСЫ КЛАСЫ АСЫЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА ШАЙМОРАТОВСЫ КЛАСЫ АСЫЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА ШАЙМОРАТОВСЫ КЛАСЫ АСЫЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА ШАЙМОРАТОВСЫ КЛАСЫ АСЫЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА ШАЙМОРАТОВСЫ КЛАСЫ АСЫЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА ШАЙМОРАТОВСЫ КЛАСЫ АСЫЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА ШАЙМОРАТОВСЫ КЛАСЫ АСЫЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА ШАЙМОРАТОВСЫ КЛАСЫ АСЫЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА ШАЙМОРАТОВСЫ КЛАСЫ АСЫЛДЫ
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас