Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
2 Сентябрь 2022, 07:13

Артур Дәүләтшин Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Указы менән Артур Дәүләтшин республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе – баш дәүләт торлаҡ инспекторы итеп тәғәйенләнде.

Артур Дәүләтшин Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләндеАртур Дәүләтшин Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде
Артур Дәүләтшин Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Артур Дәүләтшин 1990 йылда Ишембайҙа тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм Иваново дәүләт энергетика университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Яңы Салауат йылылыҡ-электр үҙәгендә машинист булып башлаған. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында, Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында, Тарифтар буйынса дәүләт комитетында төрлө вазифаларҙа эшләгән, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, рәйес вазифаһын башҡарған.

Башинформ.

 

Автор:
Читайте нас