

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлы-ғы Рөстәм Ғәзизов хәбәр итеүенсә, әлеге йәһәттән зыян күргән граждандарҙың «Башстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Башхимремонт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте объекттары реестрында тер-кәлгән 64-е яҡын көндәрҙә фатир асҡыстары аласаҡ. Улар барыһы ла әҙер, әле документтарҙы рәсмиләштереү процедураһы бара.
– Республикала алданған өлөш-сөләрҙең хоҡуҡтары федераль аҡсалар йәлеп итеп, төбәк ярҙам саралары нигеҙендә лә тергеҙелә. Һөҙөмтәлә алданған өлөшсөләр проблемаһын 2023 йылдың аҙағына тиклем хәл итә аласаҡбыҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
– Был мәлде беҙ барыбыҙ ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көттөк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән, тотош ошо хәлгә контроллек итеү һөҙөмтәһендә Стәрлетамаҡта алданған өлөшсөләр мәсьәләһе хәл итеү стадияһында, тип әйтә алабыҙ. Был беҙҙе бик ныҡ ҡыуандыра, сөнки кешеләрҙең ниһайәт, торлаҡ менән бәйле проблемалары, нисә йылдар буйынса барған билдәһеҙлек хәл ителде, – тип билдәләне Рөстәм Фәрит улы.
Шулай уҡ тантанала «Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды»ның генераль директоры Рим Яҡупов һәм «Башҡортостан Рес-публикаһының торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйына идаралыҡ начальнигы Александр Аверьянов ҡатнашты. Улар стәрлетамаҡтарҙы өй туйлау менән ҡотланы һәм яңы торлаҡҡа бәхетле тормош теләне.
Стәрлетамаҡта амыҫһыҙ төҙөүселәр ҡорбаны булған 33 кеше бар. Был мәсьәлә шулай уҡ контролдә тотола. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өлөшсөләре проблемаһы 2012 йылда башланғайны. Төҙөүсе төҙөлөп килгән бер фатирҙы бер нисә тапҡыр йәки бер нисә хужаға һатыу менән шөғөлләнгән. Намыҫһыҙ эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә 168 ғаилә зыян күргән. Шуларҙың 36-һы – 2015 йылда.
Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү «Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән билдәләнгән йорттарҙа фатир биреү юлы менән хәл ителә. Әйткәндәй, проблемалы йорттар буйынса саралар планына ярашлы, эштәрҙең беренсе этабында 2019 йылда 68 кеше фатир менән тәьмин ителгәйне. Граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса сараларҙың ә икенсе этабын тормошҡа ашырыу өсөн Стәрлетамаҡтың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды тағы ла 64 өлөшсөләргә фатир бирҙе лә инде.
Асҡыс тапшырған саҡта өй туйлаусыларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡыны, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.